Хәүефһеҙлек
25 Апрель 2021, 08:30

Ямғырҙар ташҡынға йоғонто яһаймы?

Бөгөнгө брифингта әйтелеүенсә, әле 1073 баҡса һәм ихата һыу эсендә ҡала, йәғни бер тәүлектә тағы ла 46 участка өҫтәлгән.

Республикала ташҡынға ҡаршы хәл буйынса бөгөнгө брифингта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, әлеге мәлдә дүрт муниципалитетта һыу баҫыуға бәйле 22 хәл контролдә тотола.
1073 баҡса һәм ихата һыу эсендә ҡала, йәғни бер тәүлектә тағы ла 46 участка өҫтәлгән. Бер тәүлектә 12-һенән һыу киткән. 16 юл участкаһы һыу аҫтында ҡалған. Шул иҫәптән, Козарев ауылына юл өҙөлгән. Әммә унда ҙур йөк машиналары кешеләрҙе һыу аша сығарып тора, бер янғын һүндереү машинаһы дежурҙа. Шишмә районында Бочкаревка һәм Черниговка ауылдарын тоташтырған аҫмалы күпер күҙәтеү аҫтында ҡала. Әлеге ваҡытта ике кеше ваҡытлыса йәшәү урынында.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса республика идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белдереүенсә, ямғыр яуһа ла, әлегә йылғаларҙа хәл тотороҡло ҡала, һыуҙың ҡапыл күтәрелеүе көтөлмәй. Димдең кимәле 656 сантиметрға тиң. Һуңғы тәүлектә тау йылғалары 16 сантиметрға ҡалҡҡан, әммә быға тиклем һыу бер метрға кәмегәс, ташҡын хәүефе юҡ.
Брифингта “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны. Ул һыу ҡайтҡан биләмәләрҙе, йорт-ихаталарҙы таҙартҡанда махсус саралар, битлек-бирсәткәләр ҡулланып эшләргә кәңәш итте. Урманда талпандар уянған, кешегә ҡаҙалыуҙарына бәйле бер нисә осраҡ теркәлгән, шуға ла һаҡланыу саралары күреү тураһында оноторға ярамай.
Кәңәшмәлә Ишембай районындағы фажиғә тураһында ла һүҙ булды. Эдуард Иҙрисов янғынды иҫкәртеү ҡорамалының нисек эшләргә тейешлеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ Балаҡатай районында уның нисек ҡулланылыуын ғәмәлдә күрһәттеләр. Әлеге мәлдә республикала 300 меңдән ашыу ошондай иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылған. Рәсми билдәле булған осраҡтар буйынса, ул 547 кешенең ғүмерен ҡотҡарған, шул иҫәптән 221 баланың. Ҡайһы бер категория граждандарға бушлай ҡуйыла. Уны ҡуйҙыртыу буйынса Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә (телефон - 8 (347) 272-00-24), урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ҡорамалдың хаҡы 250-300 һум тора, уны алғанда сертификаты булыуы мөһим.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас