Бөгөнгө брифингта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, әлеге мәлдә биш муниципалитетта һыу баҫыуға бәйле 22 хәл контролдә ҡала.
Әлеге мәлдә 1261 баҡса һыу һәм ихаталар эсендә ҡала, йәғни уларҙың 1200-е баҡса ширҡәттәрендәге участкалар. Шулай уҡ 13 юл участкаһы һыу аҫтында.
Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһы бер тәүлектә биш сантиметрға күтәрелгән. Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә лә һыу ҡалҡҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов белдереүенсә, был ер аҫты һыуҙары тулыландырыуға бәйле, ә Инйәр йылғаһы ташыуға ҡар һыуҙары йоғонто яһай. Уның фекеренсә, алдағы көндәрҙә йылғаның юғары нөктәһе тамамлансаҡ.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, һуңғы тәүлектә “112” телефонына биш мең шылтыратыу һәм биш хәбәр булған. Өфө районы һәм Өфө ҡалаһы халҡы юлды һыу баҫыуы тураһында хәбәр иткән.
”Башгидрометцентр” хәбәр итеүенсә, бөгөн урыны менән ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-төньяҡтан талғын, айырым райондарҙа көслө ел иҫәсәк. Һауа температураһы +11, +16 градус буласаҡ.
27 апрелдә төндә ямғыр көтөлмәй, көндөҙ бер аҙ яуым-төшөм буласаҡ, ел көньяҡтан талғын. Төндә -1, +4 градусҡа тиклем һалҡынайтасаҡ, ә инде көндөҙ +11, +16 градус буласаҡ.