Туғандары һәм яҡындары 38 йәшлек Өфө кешеһен эҙләй. Илшат Байматов – таксист, ул 23 апрелдә күрше Силәбе өлкәһенә клиент алып киткән һәм юғалған. Был турала “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.
- Кис менән клиент алып китте, иртәгәһенә, 24 апрелдә ҡатынына батып ултырыуы тураһында фото ебәргән. Уянғас, шылтыратыуын да һораған. Ҡатыны уға көнө буйы шылтыратты, ә ул телефонын алмаған, ә кискә ҡарай бөтөнләй телефоны һүндерелде. Уның ҡайҙа икәнлеген күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, бәлки Усть-Ҡатау янындалыр, - тигән уның туған кешеһе.
Бындай хәлдәр бығаса булмағас, туғандары шунда уҡ ир эшләгән таксиға мөрәжәғәт итеп, навигатор буйынса уның ҡайҙалығын ҡарауҙы һораған. Тик уларға баш тартҡандар, имеш быны тик полиция һорауы буйынса ғына эшләй алалар. Илшаттың ҡатыны полицияға ғариза яҙған һәм ирекмәндәрҙән ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Илшаттың ҡатыны, ике балаһы бар. Барыһы ла уның өсөн ҡайғыра һәм үҙҙәренә урын таба алмай.
Ирҙең билдәләре: буйы 185 см, мыҡты кәүҙәле, ҡара сәсле, йәшел күҙле. Ул ҡара кофта, һоро спорт трикоһы, зәңгәр кроссовки, джинса кепка кейгән.
Илшат зәңгәр “Рено Логан” машинаһында булған, уның номеры Н294КК һәм такси наклейкалары йәбештерелгән. Уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, полицияға йәки ирекмәндәргә 8(800)700-54-52 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.