Хәүефһеҙлек
26 Апрель 2021, 15:15

Юл тамғалары һыҙа башлайҙар

Оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, графикка ярашлы, эштәр 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.

Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 13546 километр тәшкил итә, уның 8898 километрына асфальт түшәлгән.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдерҙе. Ул юлдарға тамға һыҙыуға әҙерлек барышы тураһында һөйләне.
Быйыл юлдарға горизонталь тамға һыҙыу өсөн республиканың Юл хужалығы идаралығы 647 миллион һумлыҡ дәүләт контракты төҙөгән. Эштәрҙең 317 миллион һумы быйыл һәм 329 миллион һумы 2022 йылда башҡарыласаҡ.
5-нән 23 апрелгә тиклем юл хужалығы идаралығы белгестәре подряд ойошмалар менән берлектә юлдарҙы тикшереү өсөн рейдтарға сыҡҡан. Улар ҡайҙа яңыртырға, ҡайҙа яңыһын һыҙырға кәрәклеген билдәләгән.
"Графикка ярашлы, 27 апрелдән буяу менән тамға һыҙа башларға тейешбеҙ, уртаса тәүлек температураһы 10 градус йылы була башлаһа, термопластик тамғалар һыҙыла башлаясаҡ. Подряд ойошмалар барлыҡ кәрәкле техника менән тәьмин ителгән. Был - буяу менән һыҙыу өсөн ун магистраль тамға һыҙыу машинаһы һәм термопластик өсөн ун машина. Материалдар тулы кимәлдә бар", – тине Виктор Жульков.
Эштәрҙе СКПДИ системаһы буйынса ҡабул итеп аласаҡтар. Графикка ярашлы, улар 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.
Фото: belizv.rbsmi.ru
Читайте нас