Уҙған аҙна аҙағында Әбйәлил районының Дәүләт ауылында янғын сыҡҡайны. Оло кешенең һарайы янып китеп, күршеһенең мунсаһына ут тоҡанған. Бәхеткә күрә, күмәк көс менән күрше-тирәләге йорт-ҡаралтылар һаҡлап алып ҡалынған.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ, балалары, ситтә йәшәйбеҙ, бәлә булған мәлдә янда була алманыҡ. Әммә донъяла изге, хәстәрлекле кешеләрҙең күп икәнлегенә инандыҡ. Ауылдаштарыбыҙ ғына түгел, күрше Яңауыл, Ҡушый, Селивановка ауылдарынан да битараф булмаған ир-ат килеп етеп, дәррәү генә янғынға ҡаршы көрәште. Аллаға шөкөр, утты һүндерҙеләр. Рәхмәтебеҙ шул тиклем ҙур, ошо изге Рамаҙан айында беҙгә эшләгән яҡшылыҡтары үҙҙәренә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Бәлә-ҡаза уларҙы ла урап үтһен!"