Хәүефһеҙлек
27 Апрель 2021, 09:30

Ташҡынға бәйле хәл тотороҡлана, әммә...

Әле тау һәм урман йылғаларында һыу запасы ҙур күләмдә һаҡлана. Был иһә йылғаларҙың тағы ла ташасағы тураһында һөйләй.

Бөгөнгө брифингта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, ташҡындың юғары нөктәһе үтелгән, әммә тынысланырға иртә. Әле Дим һәм Ағиҙел йылғаларында ташҡын кимәле төшә, участкаларҙан һыу китә.
Әлеге мәлдә биш райондағы 19 хәл күҙәтеү аҫтында ҡала. Йәғни 1013 участкаһы һыуҙа, уларҙың 970-е – баҡса ширҡәттәрендәге биләмәләр. Бер тәүлектә 230 ихатанан, 59 баҡса йортонан һәм ун автомобиль юл участкаһынан һыу киткән. Әле ике кеше ваҡытлыса йәшәү урынында ҡала.
Федераль агентлыҡтың Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары Виталий Тюр билдәләүенсә, йылғаларҙа тәүге юғары кимәл уҙһа ла, ташҡындың тулыһынса тамамланыуы тураһында һөйләргә иртә. Көндәрҙең һалҡын тороуына бәйле тау һәм урман йылғаларында һыу запасы ҙур күләмдә һаҡлана. Был иһә тау йылғаларының тағы ла ташасағы тураһында һөйләй.
“Һуңғы өс көндә Сим, Инйәр йылғаларында һыу килеүе артҡан. Был ер аҫты һыуҙарының уларға ағып төшөүе һәм күләмдең артыуы тураһында һөйләй”, – ти Виталий Тюр.
"Ташҡын менән хәл тотороҡланһа ла, республиканың ҡайһы бар райондарында янғынға ҡаршы режим индерелә, ә һыу баҫҡан участкаларҙа әлеге мәлдә хәл тотороҡланып килә", – ти Эдуард Иҙрисов.
Фото: Bash.news
Читайте нас