Хәүефһеҙлек
27 Апрель 2021, 06:00

Ҡыҙыҡай өс туғанын ҡотҡарған

Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға өлөш индергән заман батырҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Донъяла иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе – ҡотҡарыусы. Улар ут һүндереүгә лә йәлеп ителә, һыуҙа батып барыусыға ла ярҙамға ашыға, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында гел алғы һыҙатталар.
Кисә Рәсәй янғын һағы көнө айҡанлы Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ошо ҡыйыу һөнәр вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Сара айҡанлы Конгресс-холл алдында янғын һүндереүселәрҙең тарихын сағылдырған һәм бөгөнгө ҡеүәтен күрһәткән янғын һүндереү техникаһы күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сараның тантаналы өлөшөндә янғын һүндереүселәрҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында отставкалағы генерал-майор Марат Мәһәҙиев тә бар ине. Ул “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” миҙалы менән бүләкләнде. Шулай уҡ бер нисә райондың янғын һүндереүселәренә махсус техника асҡысы тапшырылды.
Әйткәндәй, сарала ведомство хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү менән генә сикләнмәнеләр, шулай уҡ кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға өлөш индергән заман батырҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, “Ҡояшлы” йәйге клубтың бармены Максим Поповҡа “Һыуҙа батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы тапшырылды. Шулай уҡ Әбйәлил районының Гусев мәктәбе уҡыусыһы Эдуард Таһиров та ошондай миҙалға лайыҡ булды. Бәләбәй районының Усень-Ивановский ауылынан II класс уҡыусыһы Милена Новиковаға өс туғанын ут эсенән алып сыҡҡан өсөн награда тапшырылды.
Саранан тулы репортаж “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк.
Автор фотоһы.
Читайте нас