Хәүефһеҙлек
28 Апрель 2021, 08:30

Икенсе тулҡын көтөлә

Әлегеге мәлдә һыу баҫҡан биләмәләрҙә 87 кеше ҡала, шул иҫәптән 13 бала. Ҡотҡарыусылар өс муниципаль районда 16 хәлде контролдә тота.

Ташҡын һәм урман янғындарына бәйле уҙғарылған бөгөнгө брифингта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре ташҡындың икенсе тулҡыны булыуы ихтималлығын тикшерҙе.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов билдәләүенсә, ташҡындың икенсе тулҡынан ҡаршылау өсөн һыу һаҡлағыстар әҙер. Әле Павловкала – дүрт, Йомағужа һыу һаҡлағысында ун метр кимәлендә ирекле күләм бар. Был иһә ҡалған ҡар иреп бөткәнсе, ямғырҙар ваҡытында ла Өфө районы тирәһендә ҙур һыу баҫыуға юл ҡуйылмаясаҡты аңлата, тип белдерә белгестәр.
Әлегеге мәлдә һыу баҫҡан биләмәләрҙә 87 кеше ҡала, шул иҫәптән 13 бала. Ҡотҡарыусылар өс муниципаль районда 16 хәлде контролдә тота, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев.
Фото: YouTube
Читайте нас