Хәүефһеҙлек
29 Апрель 2021, 07:00

8 миллион һумға алдаған

Октябрьский ҡалаһында 51 йәшлек ир полицияға үҙен банк “хеҙмәткәре”нең алдауы хаҡында хәбәр иткән.

Октябрьский ҡалаһында 51 йәшлек ир полицияға үҙен банк “хеҙмәткәре”нең һигеҙ миллион һумға алдауы хаҡында хәбәр иткән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, зыян күргән иргә бер ҡыҙ шылтыратҡан һәм үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған. Ул иргә мут әҙәмдәрҙең үҙенә кредитты рәсмиләштерергә маташыуы хаҡында әйткән. Бынан тыш, мутлыҡ операцияларын булдырмау өсөн ирҙең үҙенә максималь суммаға кредит алырға кәрәклеге һәм был сумманы үҙе әйткән иҫәпкә күсереүҙе һораған. Артабан банк уның кредитын ҡаплаясаҡ һәм, шулай итеп, зыян күргән ир мут әҙәмдәрҙең “тоҙағы”на эләкмәйәсәк.
Ир банкка килгән, дүрт миллион һумға яҡын суммалыҡ кредит алған, был аҡсаны финанс ойошмаһы “хеҙмәткәр”е әйткән иҫәпкә күсергән. Быға яуап итеп уға үҙе алған кредиттың ҡапланыуы, быға дәлил булған мисәте, ҡултамғаһы булған документ фотоһын алған. Әммә ҡыҙ был мут әҙәмдәр ир исеменә кредит рәсмиләштерергә тырышҡан банк түгел икәнлеген, шуға уға тағы башҡа банктарҙа кредит рәсмиләштерергә һәм үҙенә әйтелгән иҫәпкә күсерергә тигән. Зыян күргән ир шулай эшләгән дә. Ир йәнә үҙенең алынған кредитының ҡапланыуы хаҡында документ фотоһын алған.
Бер нисә көндән һуң уға үҙе мөрәжәғәт иткән банктарҙан кредитты ҡаплау кәрәклеге хаҡындағы смс-хәбәр килгән. Ир финанс ойошмаһының ялған хеҙмәткәре үҙенә ебәргән документтарҙы сағыштырған да, уларҙағы номерҙарҙың бер үк икәнлеген күргән. Һәм ир үҙенең алданғанлығын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән. Был осраҡ буйынса енәйәт эше асылған.
Финанс һәм башҡа ойошмаларҙан төрлө тәҡдимдәр менән шылтыратһалар, һаҡ булығыҙ, мут әҙәмдәр тоҙағына эләгә күрмәгеҙ.
Фото: totalhub.ru
Читайте нас