Шишмә районында туғыҙ йәшлек бала усаҡ тоҡандырырға уйлап, шырпыға тотонған... Бите утҡа бешкән баланы дауаханаға оҙатҡандар.
Бәхетһеҙлек осрағы тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдерҙе.
Баҡһаң, малай усаҡ тоҡандырғанда яндырыусы шыйыҡлыҡ ҡулланған һәм битен яндырған. Етәксе айырыуса йәйге миҙгелдә балаларға иғтибарлы булырға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, ут тоҡандырыу, усаҡ яғыу кеүек эштәрҙе бәлиғ булмағандарға йөкмәтмәҫкә ҡушты.
Оҙаҡламай уҡыусыларҙың көтөп алған йәйге каникулы башлана. Ата-әсәләр һиҙгерлекте, уяулыҡты юғалтмаһын, кескәйҙәргә иғтибарлы булһын ине.