Хәүефһеҙлек
30 Апрель 2021, 13:30

Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү шарт

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Белорет районының Сермән ауылындағы авария хаҡында яҙҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Белорет районының Сермән ауылындағы авария тураһында яҙҙы.
“Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ултырышта бөгөн иртән Белорет районының Сермән ауылындағы аварияны тикшерҙек. Унда регерметизация һөҙөмтәһендә магистраль газ үткәргестә янғын сыҡты. Бөтә ҡотҡарыу хеҙмәттәре йылдам эшләне. Әле янғын һүндерелде. Белгестәр урында ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәһен бөтөрөү менән мәшғүл. Хәлдең сәбәбе асыҡлана. Бәхеткә күрә, зыян күргәндәр һәм һәләк булғандар юҡ. Ярай әле яҡын тирәлә заправкалар булмаған, иң яҡын йорттарға тиклем дә ярты километр самаһы. Шулай ҙа авария һөҙөмтәһендә халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Сермән, Аҙналы һәм Ҡаҙыш ауылдарына газ бүлеүҙе туҡтатырға тура килде. Был мәсьәләне бөгөн хәл итергә, шулай уҡ урында бөтә яуаплы хеҙмәттәр менән кәңәшмә үткәрергә, халыҡ менән аралашырға ҡуштым. Паникаға бирелмәһендәр өсөн, уларға хәлде аңлатырға крәк. Барыһы ла контролдә, яйға һалына.
Ғөмүмән, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе беҙҙә махсус контролгә алынған. Айырыуса хәҙер яҙғы-йәйге осор башланып, кипкән үлән яна башлаған осорҙа. Урман янғындарына бәйле хәл беҙҙә ябай түгел. Былтыр тәүге янғын 1 майҙа сыҡһа, быйыл әле үк 20-нән ашыу осраҡ теркәлгән. Был фажиғәләрҙең бөтәһендә лә кеше ғәйепле. Үҙебеҙҙең яҡтан контролде көсәйтәбеҙ, өҫтәмә техника йүнәлтәбеҙ, иҫкәртеү сараһын күрәбеҙ. Әммә кешеләр тәртип ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгәс, был ғына аҙ, күрәһең. Шуға күрә граждандарҙан яуаплыраҡ булыуҙы, тәбиғәткә сыҡҡанда, баҡсала һаҡлыҡ сараларын күреүҙе һорайым. Айырыуса әле, алда оҙайлы май байрамдары башланғанда. Был, Яңы йыл каникулы менән бер рәттән, янғын йәһәтенән иң көсөргәнешле осор.
Муниципалитет башлыҡтарын һәм яуаплы структураларға иҫкәртеү штабтарының эшен тәьмин итергә, көн һайын йөрөп, граждандарға тәбиғәт ҡосағында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатырға, был эшкә ирекмәндәрҙе йәлеп итергә ҡуштым. 5 майҙа май байрамдарының тәүге биш көнөнә йомғаҡ яһарбыҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем!” – тип яҙҙы Премьер-министр.
Фото: facebook.com/100001714985777/posts/4137100973023695/
Читайте нас