Хәүефһеҙлек
30 Апрель 2021, 09:15

Өфөлә автобус янды

Янғын сыҡҡан саҡта автобус йәмәғәт танспорты туҡталышында торған булған.

Бөгөн таң менән Өфөлә маршрут автобусы яна башлай. Был турала ҡотҡарыусыларға хәбәр иртәнге 7-лә килә. "НефАЗ" маркалы автобусҡа ут Азатлыҡ урамында ҡаба.
Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары бара. Улар тиҙ арала янғынды һүндереүгә өлгәшә.
Бәхетле осраҡлыҡ менән был ваҡиғала бер кем дә зыян күрмәй. Янғын сыҡҡан саҡта автобус йәмәғәт танспорты туҡталышында торған булған.
"Был ваҡытта автобус эсендә пассажирҙар булмаған. Водитель зыян күрмәгән. Янғындың сәбәптәрен асыҡлау башланды, урында тәүтикшереүсе эшләй", - тиҙәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Читайте нас