23 апрелдә Ишембай ҡалаһының Гоголь урамында көслө янғын сығып, бер ҡатлы йортто ялмап ала. Утты һүндереү барышында дүрт кешенең мәйете табыла. Улар – Смирновтар ғаиләһе: 39 йәшлек атай, 12 йәшлек малай, өс йәшлек ҡыҙ һәм 49 йәшлек ҡатын – йорт хужабикәһенең апаһы.
Әсәй кеше эштә булған, ҡайтыуына йорт урынында көл генә ҡалған. Бер бүлмәлә йоҡлаған атай менән балалар һөрөм еҫенән тонсоғоп үлгәндер, тип фаразлана. Ҡатын уттың ҡыҙыуына эләккән, күрәһең, ныҡ янған.
Йортто ғаилә ҡуртымға алып йәшәгән булған. Белгестәр белдереүенсә, ут аш бүлмәһендәге электр сымынан сыҡҡан.
“Ғаилә башлығы мебель цехында эшләгән, ә хужабикә – һатыусы. Был йортҡа ике йыл самаһы түләп торғандарҙыр. Һәр саҡ тәртип булды”, – ти күршеләре.
Смирновтар яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлана. Һәләк булған 12 йәшлек Ваняны ғаилә бынан өс йыл элек уллыҡҡа алған булған. Йортта янғын иҫкәрткес тә ҡуйылған. Опека хеҙмәткәрҙәре уларҙы даими тикшергән, 12 мартта һуңғы тапҡыр булғандар, ә 23-ө хакимиәт вәкилдәре лә килеп киткән. Ғөмүмән, ғаилә имен тип иҫәпләнә: ата-әсә эшләй, ҡыҙ – балалар баҡсаһына, ә малай мәктәпкә йөрөгән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Хөкүмәттә уҙған аҙна кәңәшмәһендә Смирновтар йорттағы иҫкәртеү ҡорамалының батарейкаһы ике көн элек ултырып, уны алған булыуҙары тураһында һөйләне. Ошо осраҡлыҡ дүрт кешенең ғүмерен өҙҙө, әгәр иҫкәртеүсе ҡорамал эшләһә, фажиғә булмаҫ та ине...
Ведомство етәксеһе район башлыҡтарына май байрамдарына тиклем янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайламаларҙың булыу-булмауын, уларҙың эшләү-эшләмәүен тикшереүҙе ойошторорға ҡушты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын тиерлек кеше үлеме менән тамамланған янғындар булып тора. Мәҫәлән, былтыр республикала бөтәһе 2992 янғын теркәлгән, уларҙа 104 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән алты бала һәләк булған. Янғындарҙың күпселеге граждандарҙың ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, электр ҡорамалдарының төҙөк булмауына бәйле.
Белгестәр белдереүенсә, кешеләр күберәк төтөндән тонсоғоп үлә. Шуға ла ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн янғынды иҫкәртеү ҡорамалын урынлаштырырға кәрәк, сөнки ул төтөнгә шунда уҡ һыҙғыра башлай.
Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы 2016 йылдан ҡуя башланылар. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 100 миллион һум аҡса бүленгән. Рәсәйҙә был ғәмәл яҡшы миҫал тип табылған һәм илдең башҡа субъекттарында ла индерергә тәҡдим ителгән.
Республикала 326 меңдән ашыу ошондай иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылған. Рәсми билдәле булған осраҡтар буйынса, ул 547 кешенең ғүмерен ҡотҡарған, шул иҫәптән 221 баланың.
Янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡайһы бер категория граждандарға бушлай ҡуйыла. Уны урынлаштырыу буйынса “Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәте” учреждениеһының Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәгенә (телефон – 8 (347) 272-00-24), урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтындағы “Граждандар мөрәжәғәте” бүлегендә һәм “Хәүефһеҙ мөхит” порталында ғариза ҡалдыра алаһығыҙ. Урындарҙа ауыл биләмәһе башлығына мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.
“Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәте” учреждениеһының Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте инженерҙарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Ҡорамалдың хаҡы 250-300 һум тора, уны алғанда мотлаҡ паспорты һәм сертификаты булырға тейеш. Бындай документтары юҡ икән, тимәк, уны алыуҙан тыйылыу яҡшыраҡ. Шулай уҡ махсус магазиндарҙан алырға тәҡдим ителә.
Әлеге көндә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалын түбәндәге граждандарға бушлай ҡуялар:
3 социаль яҡтан имен булмаған хәлдәге ғаиләләргә;
3 аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә;
3 ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә;
3 Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгән граждандарға;
3 55 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәгән кешеләргә;
3 хеҙмәткәрҙәр бала тыуғандан һуң бала тыуыу йортонда уҡ янғын иҫкәрткесте ғаиләгә бушлай бирә.