Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышын үткәрҙе.
Сарала бөгөнгө көндөң мөһим өс мәсьәләһе ҡаралды: кешеләрҙең янғындарҙа һәләк булыуын иҫкәртеү, урманда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм быйылғы яҙғы ташҡынды имен үтеү.
"Быйыл урман янғындары менән хәлдәр еңел түгел. Әгәр былтыр тәүге урман янғыны 1 майҙа ғына булһа, быйыл уларҙың һаны 20-гә етте лә. Ә бит һәр бер урман янғыны – иҡтисади зыян да", – тине Андрей Назаров.
Докладтар менән республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов, урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле, транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков, "Роспотребнадзор" идаралығы етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны. Шулай уҡ янғын буйынса хәлдәр ҡатмарлы булған муниципалитеттар башлыҡтарының сығышы тыңланды.
"Бөтәбеҙ ҙә белеп тора: май байрамдары, яңы йыл осоро кеүек үк, янғын буйынса бик хәүефле осор. Кешеләр күпләп баҡсаларға, дачаларға, тәбиғәт ҡосағына сыға. Ҡапыл ғына ауылдарҙа янғын осраҡтары артып китә. Муниципалитет башлыҡтарынан алдан уҡ саралар күреүҙе һорайым. Хакимиәттәр алдан бирелгән янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаларҙың төҙөклөгөн, батарейкаларының эшләүен тикшерһен. Улар эшләргә һәм кешеләрҙе ҡотҡарырға тейеш", – тине Андрей Назаров.
Май байрамдары алдынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Хөкүмәттең кешеләрҙең үлеменә юл ҡуймау өсөн башҡарылған өҫтәмә сараларын тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән алып республика биләмәһендә махсус янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә. Шуға күрә усаҡтар яғыу һәм асыҡ ут файҙаланыу тыйыла. 2021 йыл башынан алып өс мең янғын һәм 500 ҡоро үлән яныуы осрағы теркәлгән. Урман янғындары бик ҙур иҡтисади һәм экологик зыян килтерә, шуға күрә урмандарҙы һаҡлау – граждандарҙың бурысы. Үҙ сиратында, янғын сығып китһә, ашығыс хеҙмәттәр уны туҡтатыу өсөн барыһын да эшләргә тейеш".
Тағы бер мәсьәлә яҙғы ташҡынға арналды. Бөгөнгә ҡарата максималь пиктар үткән. Ташҡын хәле тотороҡло, йылғалар ярҙарына ҡайтҡан. Урындағы хакимиәттәр һәм ашығыс хеҙмәттәр кешеләргә ташҡындың эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итә.
"Быйыл ҡапыл йылытыу һәм ҡар иреүе сәбәпле ташҡын бик тиҙ булды. Батыу зонаһына тәүҙә 280 йорт һәм ике мең самаһы ихата инде, 43 юл участкаһы һыу аҫтында ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер муниципалитеттар быға әҙер түгел ине, – тине Андрей назаров. – Күп осраҡтарҙа батыу сәбәбе булып ямғыр канализацияһының, һыу үткәрә торған торбаларҙың сүп менән тығылыуы торҙо. Юлдар һәм күперҙәр бөтә ерҙә лә әҙерләнмәгән ине. Был мәсьәләләрҙе көҙҙән хәл итеү зарур. Хәҙер беҙҙең бурыс - ташҡын эҙемтәләрен мөмкин тиклем кәметеү".
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса, кешеләрҙең янғындарҙа, һыу объекттарында үлем осраҡтарын кәметеү, шулай уҡ яҙғы ташҡын осорон аварияһыҙ үткәреп ебәреү өсөн аныҡ саралар эшләнде.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.