Бөгөн Рәсәйҙә янғын һағы көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәрҙе һәм ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Ҡотлау хатында ошондай һүҙҙәр бар:
Ихлас күңелдән Рәсәйҙең янғын һағы көнө менән ҡотлайым!
Бөгөн һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ашығыс ярҙам күрһәтеү, халыҡтың һәм предприятиеларҙың комплекслы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһының мөһим өлөшө булып тора. Һеҙҙең ҡыйыу эшмәкәрлегегеҙ арҡаһында былтыр республикала 11 меңдән ашыу янғын һүндерелде, 1200-ҙән ашыу ғүмерҙәр ҡотҡарылды.
Башҡортостандың янғын һүндереүселәре һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә. Ут стихияһы менән көрәш махсус физик әҙерлек кенә түгел, ә ҡаһарманлыҡ, ихтыяр көсө, юғары профессионализм да талап итә.
Янғын менән көрәш ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарып һәләк булған геройҙар исемдәре беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә ҡала. Янғын һүндереү подразделениелары артабан да беҙҙең ҡала һәм ауылдарҙы ут стихияһынан ышаныслы һаҡлар тип ышанам.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.