Ташҡын буйынса брифингта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, әле ике районда ун хәл күҙәтеү аҫтында.
Шулай уҡ 178 йорт ихатаһы һәм баҡса участкаһы һыу эсендә ҡала, уларҙың 171-е - баҡсасылар ширкәттәре. Һуңғы тәүлектә 246 баҡса участкаһынан һәм һигеҙ ихатанан, өс автомобиль юлы участкаһынан һыу киткән.
Эдуард Иҙрисов билдәләүенсә, Башгидрометүҙәк фаразы буйынса, ташҡындың юғары нөктәһе артта ҡалған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Өфөнөң Дим, Киров райондарындағы һәм Шишмә районындағы хәл күҙәтеү аҫтында ҡала, кешеләр ғүмеренә, һаулығына хәүеф янамай.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә 1224 мөрәжәғәт булһа ла, һыу баҫыу тураһында хәбәрҙәр килмәгән. Шылтыратыуҙарҙың күпселеге “03” линияһы буйынса медицина ярҙамына ҡағылышлы булған.