Хәүефһеҙлек
30 Апрель 2021, 10:00

Янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Әлеге көнгә ҡарата республикала 3225 янғын булған, 524 осраҡ ҡоро үлән яныуға бәйле.

Башҡортостанда 28 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Әлеге көнгә ҡарата республикала 3225 янғын булған, 524 осраҡ ҡоро үлән яныуға бәйле. Бөгөнгө брифингта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов хәбәр итеүенсә, 107 кеше утта һәләк булған. Һуңғы тәүлектә генә 88 янғын теркәлһә, уларҙың 19-ы ҡоро үлән тоҡаныуға бәйле.
“Ҡоро үләнгә бәйле янғындарҙың сығыуының төп сәбәбе – ут менән һаҡ эш итмәү. Осраҡтарҙың 100 процентында ла. Йәғни ябай янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү: усаҡтар, утты асыҡ ерҙә яғыу. Был янғынға ҡаршы режимда тыйыла”, – ти Эдуард Иҙрисов.
Ул йорттарға янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарын ҡуйыу мөһимлеген, шулай уҡ уның эшләүен тикшереп тороу кәрәклеген билдәләп үтте.
Әлеге көнгә ҡарата сүп-сарҙы үртәү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 872 протокол төҙөлгән. Усаҡ яҡҡан өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған. Баҡса һәм ихаталарҙа мейестә һәм мангалда ғына ут яғыу рөхсәт ителә.
Эдуард Иҙрисов май байрамдарында шешлек әҙерләгәндә янғын хәүефен кәметеү хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, мангалды яҡындағы биналарҙан һәм ҡоролмаларҙан – биш метр, ҡатнаш урмандан – 30 метр, ылыҫлы урмандан 100 метр алыҫлыҡта ҡуйырға кәңәш итте. Мангалдың япраҡтар һәм ҡоро үлән янында тормауы мөһим. Шул уҡ ваҡытта ҡул аҫтында янғын һүндереү саралары, мәҫәлән, һыу булырға тейеш.
“Янғынға юл ҡуймау өсөн ағас күмерен файҙаланыу хәүефһеҙерәк. Ут тоҡандырыу өсөн махсус шыйыҡса файҙаланабыҙ, ҡоро үләнгә ҡабынмаһын өсөн аҙ ғына миҡдарҙа. Янып ятҡан усаҡҡа шыйыҡса һибергә ярамай”, — тине Иҙрисов.
Шешлек бешергәндән һуң күмергә күп итеп һыу һибергә кәрәк. Ут менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә тәҡдим ителә, тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Фото: @mchsrb
Читайте нас