Хәүефһеҙлек
1 Май 2021, 07:30

Сабый ҡолаған ҡоҙоҡтоң хужаһы табылған...

Бордюр буйлап килгән сабый люк ҡапҡасына баҫа һәм ҡоҙоҡҡа ҡолай. Ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Өфөнөң Мәғариф урамындағы 9-сы йорт эргәһендә ҡыҙ бала ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән.
Кузнецов затонында булған был хәл видеокүҙәтеү камераһы объективына эләккән. Яҙманан күренеүенсә, яңы асфальт юлдан әсә менән ҡыҙ атлап килә. Әсә бер мәлгә генә балаһынан күҙ яҙлыҡтырған арала, бордюр буйлап килгән сабый люк ҡапҡасына баҫа һәм ҡоҙоҡҡа ҡолай. Бәхеткә ҡаршы, уныһы тәрән булмай сыға. Ярҙамға әсәһе, яҡын-тирәлә булған кешеләр тиҙ генә килеп, баланы алып сыға.
Өфөнөң Киров районы прокуратураһы был хәлде тикшерергә тотонған һәм ҡоҙоҡтарҙы файҙаланыу өсөн яуаплы ойошманы тапҡан. “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды”на закон боҙоуҙарҙы ашығыс бөтөрөргә һәм ғәйеплеләрҙе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушылған.
Бындай хәл Өфөлә тәүгеһе түгел. Быға тиклем дә балалар ҡоҙоҡҡа ҡолаған, бәләгә тарыған осраҡтар булды. Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡарамағында дүрт меңдән ашыу люк иҫәпләнә. Асыҡ ҡоҙоҡтар күҙегеҙгә салына ҡалһа, мотлаҡ хәбәр итегеҙ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас