Хәүефһеҙлек
3 Май 2021, 05:00

Зәйнәп инәй бер йыл юҡ...

Былтыр, 10 июндә "Ромашка" баҡсасылар ширҡәтендә урынлашҡан баҡса өйөнән сығып киткән һәм ғәйеп булған. Асыҡланыуынса...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙһеҙ юғалған кешеләр күп. Башлыса был балалар һәм өлкәндәр. Әле полиция бер йыл самаһы элек юғалған инәйҙе эҙләүгә иғлан иткән.
78 йәшлек Зәйнәп Рәхимова былтыр, 10 июндә "Ромашка" баҡсасылар ширҡәтендә урынлашҡан баҡса өйөнән сығып киткән һәм ғәйеп булған. Шул саҡтан бирле уның ҡайҙалығы билдәле түгел. Инәй үҙе Өфө ҡалаһында Әхмәтов урамында теркәлгән.
Уның билдәләре: йәшкә 75-80 йәшлек, буйы 150-155 сантиметр, ябыҡ, бите ҡаҡса оҙонса, ҡара, сал төшкән сәсле, ҡаштары дуғаланып тора, һирәк, ирендәре нәҙек, күҙҙәре ҡара.
Ул аҡ куртка кейгән, аҡ яулыҡ ябынған, ҡара юбка, көрән ботинкала булған. Ул хәтерен юғалтыу менән сирләй.
Уның ҡайҙа икәнлеген күрһәгеҙ, 279-49-34; 279-46-16; 8917-78-22-310 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "ГорОбзор".
Читайте нас