Республикала йәнә бер янғын осрағы теркәлде, быныһы - Баймаҡ районы биләмәһендә.
Ишмырҙа ауылынан алты километр алыҫлыҡта урман яна. Тораҡтарға янғын хәүефе юҡ, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Барыһы ла ведомствоның ныҡлы контролендә. Янғын сығыуы 18 сәғәт 20 минутта билдәләнгән. Әле урында 45 янғын һүндереүсе, ете берәмек техника эшләй. Бер гектар ерҙе янғын ялмауы билдәле.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы.