Республика урмандарында янғын хәүефенә бәйле хәл ҡатмарлаша. Халыҡтың күбеһе был йәһәттән ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай, тәбиғәт-климат шарттарын иҫәпкә алмай. Ел көсәйеүе, ҡоро эҫе көндәр тороуы уттың бик тиҙ таралыуына булыша.
Һуңғы тәүлектә генә республиканың урман фондында ете яңы янғын сыҡҡан, бөтә осраҡтарҙа ла сәбәп - кешенең ут менән һаҡһыҙ мөғәмәлә итеүендә һәм ҡороған үләнде яндырыуында.
Ошо хәүефле хәлгә бәйле, республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфиры аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте.
“Барығыҙҙы ла иҫкәртәбеҙ: тәбиғәттә бәләкәй генә ут сатҡыһы ла ҙур хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Һеҙҙе урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, ут күреү менән Берҙәм телефон буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ: 8 (800) 100-94-00 йәки Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте менән бәйләнешкә инегеҙ: 8 (347) 218-14-14.
Ут менән һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү, усаҡ яғыу, ҡороған ағас ботаҡтары һәм үләндәрҙе яндырыу, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу закон тарафынан тыйылған. Урмандарҙы һаҡлайыҡ, уяу булайыҡ!” - тип саҡырҙы урман хужалығы министры.
Фото: Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.