Хәүефһеҙлек
5 Май 2021, 13:30

Баймаҡта янғын тулыһынса һүндерелде

15 апрелдән 5 майға тиклем республиканың урман фондында 45 янғын теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 153 гектар тәшкил итә.

Республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы эргәһендәге янғын бөгөн 16.30 сәғәткә тулыһынса һүндерелгән.
Янғын хәүефе янаған миҙгел башланыу менән, 15 апрелдән 5 майға тиклем, республиканың урман фондында 45 янғын теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 153 гектар тәшкил итә. Әлеге ваҡытта Белорет урмансылығында 49,5 гектар майҙандағы янғын һүндерелгән.
Өс урындағы утты һүндереү эштәре дауам итә. Һүҙ Учалы районындағы – бер, Баймаҡтағы 0,5 гектар майҙандағы янғындар хаҡында бара. Балаҡатай урмансылығындағы 0,1 гектарҙағы ут һүндерелгән.
Урман хужалығы министрлығының янғын һүндереүсе төркөмдәре барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын күрә.
Бөгөн, 5 майҙа, оператив разведка һәм яңы янғын сығанаҡтарын асыҡлау маҡсатында урман фондына авиапатруль ойошторолған. Тап авиация ярҙамында Баймаҡ урмансылығында (Этҡол участкаһы) ут сығанағы асыҡланған.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
Читайте нас