Әмзә ауылында 2 май көндө оло йәштәге ҡатын юл һәләкәте ҡорбаны булған. Билдәһеҙ машина аҫтында ҡалып, ул ярҙам килгәнсе үк вафат булған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы. Әлегә аварияла ғәйепле кеше тураһында бер ни ҙә хәбәр ителмәй.
4 майҙа Белоретта ла йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәте теркәлгән. Был юлы Daewoo Matiz руле артындағы пенсионер ҡатын самокаттағы 8 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Бала йәйәүлеләр үткәүеленән үтеп барғанда бәләгә тарыған, тиелә. Беренсе класс уҡыусыһын төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар. Водитель әйтеүенсә, бала машинаға яҡын ерҙән юлды аша сыға башлаған. Был авария буйынса тикшереү башланған.