Өфөлә бик йәмһеҙ, кешелекһеҙ енәйәтте тикшерәләр. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Өфөлә полицияға 41 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның яҡын туғаны мәрхүм булған, был хәлдән һуң уның фатирынан планшет, сәғәт, ювелир биҙәүестәре һәм банк картаһынан ярайһы ғына сумма юғалған. Дөйөм зыянды 180 мең һум тирәһе тип билдәләгәндәр.
Тиҙҙән оперативниктар вафат булған ханымдың фатирындағы бер бүлмәһен 42 йәшлек иргә ҡуртымға биргәнен асыҡлаған. Хужабикә үлеү менән ул тиҙерәк күсеү яғын ҡараған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ арала табып, ҡулға алған. Асыҡланыуынса, тап ул вафат булған хужабикәне талап киткән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, был ир ҡатындың үлгәнен күргәс, туғандарына шылтыратып хәбәр иткән. Унан килеп тыуған хәлдән файҙаланып, мәрхүмәнең кеҫә телефонынан банктың онлайн ҡушымтаһына инеп, үҙенең иҫәбенә аҡса күсергән, йорттағы ҡиммәтле әйберҙәрҙе лә алып, тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараған.
Әле тикшереү бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған.