Хәүефһеҙлек
5 Май 2021, 14:00

Ут сыҡһа, яуап бирәсәктәр

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә янғын мәсьәләгә арналған ултырыш үтте. Унда ниндәй бурыстар ҡуйылды?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Башлығы күрһәтмәһе буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте. Сараны Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов алып барҙы.
Видеоконференция форматында үткән ултырышта район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары сығыштары тыңланды, байрам һәм ял көндәрендәге янғындарға анализ яһалды.
Хакимиәт башлыҡтарына ут сығыу эҙемтәләрен кәметеү буйынса аныҡ бурыстар ҡуйылған.
Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса үлемесле янғындарҙы, тәбиғәт янғындарын һәм һыу объекттарында аяныслы хәл-ваҡиғаларҙы булдырмау өсөн өҫтәмә саралар билдәләнде. Унан тыш, муниципаль берәмектәр башлыҡтарына һәр тәбиғәт янғыны, ҡоро үлән яныу осраҡтарын шәхси контролгә алырға ҡушылды.
Мәғлүм булыуынса, республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Ғәҙәттә, ут халыҡтың һаҡһыҙлығы сәбәпле сыға. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Читайте нас