Хәүефһеҙлек
5 Май 2021, 11:00

Йөк машинаһы янып киткән...

Был ҡурҡыныс хәл халыҡ йәшәгән ерҙән алыҫ та түгел урында була.

4 майҙа М5 трассаһында йөк машинаһында янғын сығып, ул тулыһынса янып бөткән. Был хәл Шишмә районының Әмин ауылы янында була. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәгән.
Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, көслө ялҡын машинаның кузовына тоҡанған булған. Водитель ут ялмаған кабинанан ваҡытында сығып өлгөргән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын сәбәптәре төрлөсә булыуы мөмкин - салонда электр сымдарының ҡыҫҡа ялғаныуы, яғыулыҡтың ағып барыуы, багажникта бензин һалынған синтетик канистр йөрөтөлөүе, шул сәбәпле синтетик электр утын барлыҡҡа килтереп, шартлау булыу ихтималы, йәки водителдең тәмәке тартыуы, шырпы менән һаҡһыҙ ҡыланыуы ла бәлә сығарыуы ихтимал.
Шуға ла юлда транспортта китеп барғанда бензин, янған резина еҫе тойолһа, капот аҫтынан төтөн сыға башлаһа, кисекмәҫтән юл ситендә туҡтап, пассажирҙарҙы төшөрөргә һәм водителдең үҙенә лә транспорттан сығырға һәм тиҙ арала янғын һүндереүселәргә шылтыратырға ҡуша ҡотҡарыусылар.
Читайте нас