Ҙур дәрт менән тыуған яҡты өйрәнергә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барырға ашҡынған балаларҙың өмөттәре был юлы аҡланмаған. Белореттан данлыҡлы мәмерйәгә экскурсияға 13 уҡыусыны ултыртып алып барған автобусты юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары туҡтата.
Уларҙың транспорт сараһына ла, водителгә лә дәғүәһе етерлек була. Креслоларҙа хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡаралмаған, водителдең балаларҙы йөрөтөүгә документы, страховка полисы булмаған, техник күҙәтеү үтелмәгән...
Уҡыусыларға Белореттан ебәрелгән икенсе автобусты көтөргә тура килә. Тик балаларҙың шатлығы шуның менән тамамлана, улар экскурсияға өлгөрмәй.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән водителгә ҡарата административ эш ҡуҙғатылған, тикшереү эше башланған, тип хәбәр итә инспектор Марсель Бикташев.