Хәүефһеҙлек
6 Май 2021, 10:00

Юлдарҙа үлеш дауам итә...

Алты авария һөҙөмтәһендә ике кеше вафат, йәрәхәтләнгәндәр ҙә байтаҡ.

Кисә, 5 майҙа республика юлдарында алты юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, алты кеше йәрәхәтләнгән.
Үлемесле аварияларҙың береһе Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡ – Юныс – Йосоп автомобиль юлының 15-се километрында теркәлә. 33 йәшлек ошо район кешеһе “Лада Ларгус” автомобилендә китеп барған саҡта машинаһына идараны юғалта һәм юлдан осоп, түңкәрелә.
Һөҙөмтәлә, водитель урында йән бирә. Уның пассажирҙары – 34 йәшлек ҡатын менән 37 йәшлек ир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. ЮХХДИ-ла был эш буйынса тикшереү башланған.
Икенсе үлемесле авария Мәскәү - Өфө федераль трассаһының 1241-се километрында теркәлә. "Скания" йөк машинаһының 47 йәшлек водителе велосипедсыны тапата. Хәл төн уртаһында була. Водитель белдереүенсә, велосипедсы трассала ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарһыҙ хәрәкәт иткән. Һөҙөмтә аяныслы, ир урында табиптар килеп еткәнсе вафат булған.
Кисә республика юлдарында 34 иҫерек водитель тотолған, 2100 юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас