Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис Кушнаренко районында үлемесле авария була. Мәскәү - Өфө автомобиль юлының 1228-се километрында "BMWx5" автомобиле менән "Хонда" мотоциклы бәрелешә.
Һөҙөмтәлә ике тәгәрмәсле транспортҡа идара иткән 31 йәшлек егет шунда уҡ йән бирә. Асыҡланыуынса, ул водитель танытмаһын былтыр йыл ярымға алдыртҡан булған, тимәк, рөхсәтһеҙ йөрөгән.
Йәнә бер үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн таң менән Сибай - Аҡъяр автомобиль юлының 80-се саҡрымында теркәлә: "Hafey" сит ил автомобиле менән "ГАЗель Некст" бәрелешә. Һөҙөмтәлә тәүгеһе юлдан ситкә оса, ә йөк машинаһы ҡаршы һыҙатҡа барып сыға. Сит ил автомобиленә идара иткән 22 йәшлек егет һәләкәт урынында йән бирә. "ГАЗель Некст"тың 31 йәшлек водителе - Ырымбур өлкәһенән. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, 11-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан бөтәһе 2800 юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 42 водителдең эскән килеш рулгә ултырғаны асыҡланған.