Хәүефһеҙлек
7 Мая 2021, 10:30

Яңы ғына эштән ҡайтып, мотоцикл алған...

“Азат ағай, һинең башҡаса беҙҙең арала булмауыңа ышана алмайым”, – тип яҙа дуҫтары.

Кисә кис Кушнаренко районында булған үлемесле авария тураһында хәбәр иткәйнек. “BMW X5” автомобиле менән “Honda” мотоциклы Мәскәү– Өфө трассаһының 1288 километрында бәрелеште. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәре буйынса, мотоцикл машина һул яҡҡа боролған саҡта уның өҫтөнә барып менгән.
Мотоцикл менән 31 йәшлек ошо район кешеһе идара иткән. Ул авария урынында йән биргән. Тағы шуныһы билдәле, ир 2020 йылдың декабрендә йыл ярымға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.
“КП-Өфө” баҫмаһы был кешенең кемлеген асыҡлаған. Мотоциклға Кушнаренко ауылында йәшәгән Азат исемле ир идара иткән. Уның таныштары белдереүенсә, ул яңы ғына вахта менән эшләп ҡайтҡан һәм мотоцикл һатып алған булған.
Уның туғандары һәм дуҫтары әле һаман шок хәлендә. Социаль селтәрҙәр аша улар ҡайғы уртаҡлаша, яҡындарына сабырлыҡ теләй.
“Азат ағай, һинең башҡаса беҙҙең арала булмауыңа ышана алмайым”, – тип яҙа дуҫтары.
Юл фажиғәләре май байрамдары осоронда артты. Бының сәбәптәре күп. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү – мотлаҡ талап. Уларҙы инҡар итмәйек. Юлдарыбыҙ имен булһын.
Фото: "КП-Өфө".
Читайте нас