Ошо көндәрҙә Баҡалы районының Иҫке Әзмәй ауылында көслө янғын теркәлде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр килгәндә ағас йортто ут ялмап алған була. Утты һүндергән ваҡытта 1988 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған.
Мәғлүм булыуынса, 1 майҙа уның элекке ҡатыны 2010 һәм 2012 йылғы ике улын ҡунаҡҡа ҡалдырып киткән. Ә 4 майҙа ирҙең апайы 2012 йылғы балаһы менән килгән. Шул көндө төндә ҡатын шифер шартлауына уянып китә. Ул шунда уҡ балаларҙы һәм ошо йортта йәшәгән әсәһен уята. Улар тәҙрә аша сығып ҡаса, ҡатын белдереүенсә, веранданан өйгә ҡуйы төтөн инә башлаған. Янғын сыҡҡан саҡта ир верандала йоҡлаған була. Өйгә бүтән инә алмайҙар. Һөҙөмтәлә ир һәләк була. Йортта янғынды иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылмаған булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай күңелһеҙ хәлдәр республикала йыш теркәлә. Кисә көндөҙгө сәғәт 3-кә ҡарай 16 техноген янғын теркәлгән. Әлдә ҡорбандар булмаған. Әммә һәр янғын ҙур хәүеф тыуҙыра, сөнки көндәр ҡоро тора, көслө ел иҫә - был шарттарҙа бер шырпы йәки һаҡһыҙ эш итеү ҙур бәләгә килтереүе ихтимал. Шуға ут менән һаҡ булығыҙ.