Хәүефһеҙлек
7 Мая 2021, 05:30

Ҡыйыулығы хайран ҡалдырған

Ул һис бер икеләнеүһеҙ эскән водителде "баҫтырған".

Байрам көндәрендә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан рейдтар йыш үткәрелә. Был көндәрҙә бигерәк тә эскән килеш руль артына ултырыусыларҙың һаны бермә-бер артҡан.
Ошо көндәрҙә Баҡалы районында сираттағы рейдтар барышында райондың ЮХХДИ начальнигы юлда хәрәкәт иткән сит ил водителенә туҡтарға ҡуша. Әммә "текә" автомобиль хужаһы юл-патруль хеҙмәткәрҙәренең сигналын инҡар итеп, артабан хәрәкәт итеүен дауам итә. Шул саҡта лейтенант Әхмәтшина патруль машинаһы руле артына бер үҙе ултырып, тыңлауһыҙ водителдең артынан төшә.
"Фольксваген" автомобиле күрше Шаран районында туҡтатыла, ҡыйыу йөрәкле инспекторға күрше район экипажы ярҙамға килә. Тотолған водителдең ысынлап та иҫерек булыуы асыҡланған. Ғәйепләнеүсегә ҡарата бер нисә протокол төҙөлгән. Ул водитель танытмаһынан мәхрүм ҡаласаҡ һәм 30 мең штраф түләйәсәк.
Ир-егеттәргә хас тәүәккәллек менән эш иткән ҡыйыу йөрәкле ҡатын-ҡыҙ инспекторҙың был аҙымы ысынлап та хуплауға лайыҡ.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас