Хәүефһеҙлек
9 Май 2021, 04:05

Юлдарҙа рейдтар дауам итә

Иҫкәртеү саралары бөтөн Рәсәй төбәктәрендә лә ойошторолған.

Бөгөн бөтөн ил буйынса ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре эскән водителдәрҙе тотоу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарҙы асыҡлау маҡсатында рейдтар ойоштора. Был хаҡта ведомство алдан иҫкәртте. Мәҫәлән, Ҡырымда сара "Иҫерек водитель" исеме аҫтында ойошторолған. Алтайҙа "Дөйөм тикшереүҙәр" тип аталған рейдтар бара, йәғни бөтә машиналарҙы туҡтатып, эскән водителдәрҙе асыҡлайҙар.
Башҡортостанда бындай саралар аҙна һайын уҙғарыла.
- Операция аварияларҙы кәметеү, эскән килеш рулгә ултырған водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында ойошторола, - тип хәбәр итәләр республика ЮХДДИ идаралығынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр тәүге тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла: 30 мең һум штраф һалына, 1,5 - 2 йылға тиклем водитель танытмаһы алына. Икенсе тапҡыр тотолғанда, енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған. Шуға күрә тормошоғоҙҙо ҡатмарлаштырмағыҙ - эскән булһағыҙ, рулгә ултырмағыҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас