Хәүефһеҙлек
10 Май 2021, 15:30

Үҙ фатирында янып үлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүенсә, кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың бер фатирында ут сыҡҡан.
Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етә. Утты тулыһынса ауыҙлыҡлағас, фатирҙың бер бүлмәһендә 34 йәшлек ирҙең мәйете табыла. Осраҡ буйынса тикшереү башланған, бәлә сәбәптәренең береһе фатирҙа һаҡһыҙ тәмәке тартыу тип күҙаллана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикала дүрт мең янғын сығыу осрағы теркәлгән, 111 кеше һәләк булған, 97 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бөгөн күп райондар биләмәһендә урман янғындары ҙур хәүеф тыуҙыра. Көндәрҙең ҡоро һәм елле булыуы ла уттың тиҙ арала таралып китеүенә сәбәпсе. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, бер шырпынан ғына тоҡанған уттың да меңәр саҡрым майҙанды ялмап алыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Фото: admhmansy.ru
Читайте нас