Хәүефһеҙлек
10 Май 2021, 13:30

Яр ишелеп төшкән, тиҙәр...

Апрель аҙағында балыҡҡа китеп, эҙһеҙ ғәйеп булған ирҙең, ниһайәт, ҡайҙалығын күҙаллағандар. Асыҡланыуынса...

Күптән түгел матбуғат саралары Өфөлә юғалған 34 йәшлек Павел Фионин тураһында хәбәр иткәйне. Мәғлүм булыуынса, ул 26 апрелдә балыҡ тоторға сығып киткән һәм йортона әйләнеп ҡайтмаған.
Ирҙең юғалыуы хаҡында күршеһе полицияға һәм ирекмәндәргә хәбәр иткән, үҙе лә улар менән бергә эҙләргә сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләүселәр балыҡсының әйберҙәренә генә юлыҡҡан, үҙен тапмағандар.
“Комсомольская правда” порталы хәбәрселәре был ваҡиғаны даими яҡтыртып бара. Улар хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта балыҡсы туҡтаған ярҙың ишелгәне билдәләнгән, был бәхетһеҙ осраҡ булған, тип күҙаллайҙар.
Ҡотҡарыусылар был тирәлә һыуҙы ботаҡтарҙан таҙарта, йылға төбөн тикшерә. Йылға бик болғансыҡ, ботаҡтар ҙа күп, шуға уларҙың эштәре байтаҡ әле, ти белгестәр.
Күршеһе Павелдың бәхетһеҙ осраҡҡа юлығыуына бик ҡайғыра. Ул тере килеш табылыр тип бик өмөтләнгән.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Читайте нас