Хәүефһеҙлек
11 Мая 2021, 03:45

Бөрйәндә биш балалы ғаилә урамда ҡалды...

Ғаиләлә биш бала – 13, 12, 10, туғыҙ йәшлект дүрт малай һәм алты йәшлек ҡыҙ.

Быйыл янғын айырыуса ҡотора: иртә яҙҙан урман янғындары башланды, шулай уҡ көн дә тиерлек йорт-ҡура яныуы тураһында мәғлүмәт килә. 9 майҙа, Бөйөк Еңеү байрамы көнөндә, Бөрйән районы Байназар ауылында йәшәүсе Фидалия һәм Айрат Исламғоловтарҙың ғаиләһенә оло ҡаза килә - йорттары яна. Шулай итеп, биш бала тәрбиәләгән Исламғоловтар урамда тороп ҡала. Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә – 13, 12, 10, туғыҙ йәшлек дүрт малай һәм алты йәшлек ҡыҙ.
“Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары Исламғоловтар ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеүгә ҡушылды һәм битараф булмағандарҙы мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡыра.
Кейемдәр, йорт кәрәк-ярағы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итергә теләүселәр Рима Мирза ҡыҙына (әсәләренә) – 89373469178 шылтыратып, һорашып ярҙам алып бара алаһығыҙ. 2202200189062720 карта һандары буйынса ла аҡса күсерергә мөмкин.
Рамаҙан айының һәр көнөн изге эштәргә бағышлайыҡ, дуҫтар! Изгелек игеп, яҡшы ғәмәлдәр башҡарып, тормошобоҙҙо нурға күмәйек!” – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: скриншот.
Читайте нас