Хәүефһеҙлек
12 Май 2021, 18:30

Эш алгоритмы билдәләнде

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округында хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса ултырыш булды.

Бөгөн Түбәнге Новгород ҡалаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса коллегия ултырышын үткәрҙе. Унда Рәсәй Генераль прокуратураһының, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең, Федераль һалым хеҙмәтенең, Рәсәй Эске эштәр министрлығының, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең, Рәсәй финанс мониторингы округ подразделениелары етәкселәре ҡатнашты.
Коллегия барышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм федераль ведомство вәкилдәре оборона-сәнәғәт комплексындағы хоҡуҡ боҙоуҙарға, енәйәттәргә ҡаршы көрәш мәсьәләһен тикшерҙе.
“Оборона-сәнәғәт комплексының фәнни-техник һәм етештереү ҡеүәтен граждандар өсөн тәғәйенләнгән юғары технологиялы продукция әҙерләү өсөн ойоштороу проблемаһы бөгөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала", – тип билдәләне Игорь Комаров.
Әйтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм контролдә тотоусы ведомство вәкилдәре был тармаҡта тәртип һаҡлау өсөн тейешле сараларҙы күргән, ведомство-ара хеҙмәттәшлек тәьмин ителгән.
Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ итеүсе айырым субъекттарға ҡарата законды боҙоуға ҡаршы өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын күреү ихтыяжы бар. Улар араһында хәрби-техник продукцияны эшләү һәм еткереүҙең сроктарын, эш өсөн түләү тәртибен боҙоу, сифатһыҙ тауар етештереү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар - иң таралғаны.
Коллегия ултырышы башында докладтар тыңланды, хоҡуҡ һаҡлау, контроль-күҙәтеү органдарының эше анализланды, артабанғы хеҙмәт алгоритмы билдәләнде.
Фото: Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы.
Читайте нас