Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфө ҡалаһындағы Дим карьерында 16 йәшлек үҫмер батҡан.
Фажиғә шаһиттары ашығыс ярҙам һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Әле Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы водолаздары үҫмерҙең кәүҙәһен эҙләй. Ул һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған урында һыу ингән, тип белдерҙеләр комитеттан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы әлегә һыу инмәҫкә тәҡдим итә, сөнки температура рөхсәт ителгән кимәлгә етмәгән, ташҡындан һуң йылғалар элекке хәленә ҡайтмаған, һыу санитар талаптарға тура килмәй, махсус һыу инеү урындары әҙер түгел.