11 майҙа төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Нефтекама ҡалаһының Нефтселәр урамында күп ҡатлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына өс берәмек техника һәм туғыҙ янғын һүндереүсе бара.
Ут бер ҡатлы фатирҙа сыҡҡан була. Янғын һүндереүселәр 13 кешене эвакуациялай, шул иҫәптән өс баланы. Уттан 1980 йылғы ир зыян күрә, уны шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина учреждениеһында вафат була. Ут сығыу сәбәбе асыҡлана.
Әле республикала янғынға ҡаршы режим индерелгән. Туймазы районында бишенсе класлы янғын хәүефе янай. Ямғырҙарҙың булмауы, көндәрҙең йылы тороуы хәлде ҡырҡыулаштыра ғына. Урмандарҙа ҡоро үлән ут сығыу ҡурҡынысын арттыра: көслө ел уның тиҙ таралыуына булышлыҡ итәсәк. Был иһә ташланған тәмәкенең бер осҡононоң ҙур тәбиғи янғынға һәм юғалтыуға килтереү ихтималлығы хаҡында һөйләй.
Бишенсе класлы янғын хәүефе ваҡытында бөтә асыҡ ут сығанаҡтарынан янғын сыға һәм бик тиҙ тарала. Шуға ла барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк: янған шырпыны, тәмәке төпсөгән ырғытмаҫҡа, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, уны елле көндә яҡмаҫҡа тәҡдим ителә. Ҡояш нуры төшкән асыҡ урында шешә йәки быяла ярсығын ҡалдырмағыҙ, сөнки улар тоҡандырғыс кеүек ут сығыуға булышлыҡ итә.
Күрше өлкәләрҙә лә хәл тыныс түгел. Силәбе өлкәһенең Экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Урал федераль округында, дөйөм алғанда, 150 мең гектар урман яна. Уның төтөнө Башҡортостанға килеп етте. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә Белорет районының төньяҡ-көнсығыш ауылдарынан - Сермәндән, Сосновканан, Шығайҙан, Николаевка ауыл биләмәһенән, Белорет ҡалаһынан ошондай хәл тураһында хәбәр иткәндәр. Шулай уҡ Әбйәлил районының Ҡолоҡас һәм Учалының Мәхмүт ауылдары яҡтарында ла төтөн күҙәтелгән.
Белорет урмансылығы ойошторған авиация тикшереүендә янғын сығанағы асыҡланмай. Был төтөн еҫе күрше төбәктән килә тип фаразлана.