Синоптиктар прогноздарына ярашлы, алдағы көндәрҙә республикала ҡоро эҫе көндәр торасаҡ һәм һауа торошоноң тағы күтәрелеүе көтөлә. Эҫе көндәрҙә күптәребеҙ һыу буйында ял итергә теләй.
Ошо уңайҙан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: һыуға инмәгеҙ!
Бының нигеҙләнгән дәлилдәре бар:
- әле һыу температураһы һыу инеү өсөн яраҡлашмаған. Һыу температураһы +14 градустан түбән булған саҡта һыу инергә кәңәш ителмәй – ул бик һалҡын һанала. +20, +22 градус булғанда ғына һыу инеү иң яҡшыһы;
- ташҡындан һуң йылғалар саҡ ярҙарына ҡайта башланы. Был урындарҙа санитар эшкәртеү үткәрелмәгән;
- һыу ятҡылыҡтарында һыу әле санитар талаптарға тура килмәй;
- һыуҙы төҙөкләндерелгән махсус пляждарҙа ғына инергә кәңәш ителә. Әлеге ваҡытта пляждарҙы ойоштороу эше саҡ башланып тора;
- һыу объектары төптәрен водолздар тикшермәгән.
Матур байрамдың йәмен ебәрмәйек, уларҙы имен үткәрәйек!