Хәүефһеҙлек
14 Май 2021, 05:58

Мансурҙар саф һауа өсөн көрәшә

Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә өмөт бар.

Мансур – Учалы районындағы ҙур ғына ауылдарҙың береһе. Унда 276 йортта 802 кеше йәшәй. Биләмәлә Саңғалыҡ диорит карьеры, Башҡорт алтын сығарыу компанияһы, “Таш ҡала” йәмғиәте кеүек сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан. Эш урындары булғас, йәштәр ауылда төпләнергә тырыша, яңы йорт һалып сыҡҡандар ҙа бар. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн дә сабынлыҡтар иркен был яҡтарҙа. Үҙ эшен асып, фермерлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә байтаҡ. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, ФАП, магазиндар, ғөмүмән, көнкүрештә кәрәкле социаль объекттар эшләй. 121 уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге 82 бала иҫәпләнә.


Ауылды туҙан баҫа...


Рәхәтләнеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә, әммә Мансур ауылы халҡы инде нисәмә йыл “Саңғалыҡ диорит карьеры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә зарлана. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һауаға сыға­рылған туҙан тотош ауылды ҡаплап ала.
Саңғалыҡ диорит карьеры Мансур ваҡ таш заводы нигеҙендә 2001 йылда барлыҡҡа килә. Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында ҡырсынташ етештереүҙең 1-се технологик үткәргес үҙгәртеп ҡорола, 2003 йылда икенсе сираты реконструкцияланып, етеште­релгән продукцияның сифаты тағы ла яҡшыртыла.
Саңғалыҡ ятҡылығында габбро-диориттар асыҡ юл менән сығарыла һәм тау тоҡомдары төҙөлөш материалы булараҡ ҡулланыу өсөн төрлө фракциялағы таш, ҡом, онтаҡ рәүешендә эшкәртелә. Бөгөн предприятие Мәскәүҙең “Национальная нерудная компания” йәмғиәтенә ҡарай.

Мансур ауылы халҡы, инде нисә йыл ошо проблеманы хәл итеүҙәрен һорап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре лә мәсьәләнән ситтә ҡалмай.
Учалы районы хакимиәте, үҙ вәкә­ләттәренә ярашлы, проблеманы хәл итеү өсөн маҡсатлы эш алып бара. Тәбиғәтте һаҡлау структураларына хаттар ебәрә, прокуратура, “Росприроднадзор”ға мөрәжәғәттәр әҙерләй. Шуға ҡарамаҫтан, предприятиеның сәнәғәт эшмәкәрлегенән барлыҡҡа килгән органик булмаған саң тирә-яҡ мөхитте, һауаны бысратыуын дауам итә. Әйткәндәй, Саңғалыҡ диорит карьеры федераль күҙәтеү органдарына ғына буйһона.
– Егерме йылға яҡын ошо проблеманы хәл итеү өсөн көрәшәбеҙ. Ҡырсынташ етештереү күләмен арттыра башлағандан алып был мәсьәлә борсой беҙҙе. Предприятиеның сәнәғәт майҙаны ауылыбыҙҙан 850 метр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Саң беҙҙең ауылға ултыра. Ел шул яҡтан иҫһә, тын алыуы ла ҡыйынлаша. Кер йыуып элһәң, ул һоро төҫлөгә әйләнә. Беҙҙә ҡышын хатта ҡар ҙа аҡ төҫтә түгел, – тип борсолоуын белдерҙе Мансур ауылында йәшәгән Ольга Түлебаева.


Хәл үҙгәрмәй...


2012 йылдың яҙында тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге закондарҙы тупаҫ боҙғаны өсөн Учалы район суды “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәте эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтата. Республиканың Юғары суды предприятиеға штраф һала. Предприятие етәкселеге экологик саралар күрә һәм Мансур халҡы бер нисә ай таҙа һауа һулап ҡала, әммә һыуыҡтар етеү менән проблема тағы киҫкенләшә.
Бынан ике йыл элек Учалы район-ара прокуратураһы, халыҡтың ялыуы буйынса тикшереү уҙғарып, предприятиеның йәнә закон боҙоуын асыҡлай. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, унда һауаны таҙартҡан 15 системаның туғыҙы эшкә яраҡһыҙ була, ә торбаларҙа саңды еүешләгән ҡорамалдар бөтөнләй булмай. Тикшереүҙән һуң, предприятие яңы таҙартыу ҡорамалдары һатып ала, иҫкеләре лә ремонтлана.
Шул уҡ йылдың көҙөндә Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге федераль күҙәтеү хеҙмәте идаралығы ҡарары менән санитар-һаҡлау зонаһы булдырыла. Шулай уҡ күҙәтеү органдары һәм предприятие тарафынан раҫланған экологик именлекте тәьмин итеү буйынса 27 пункттан торған саралар планы раҫлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, был талаптарҙың күбеһе үтәлмәгән.
Предприятиела экологик аудит үткәрелеп, сәнәғәт майҙансығы юлдарын һыу менән һуғарыу һәм саңды ошо килеш баҫтырыу системаһы ғына булдырыла. Ҡыш һалҡындарҙа эш ҡатмарлаша, һыу туңмаһын өсөн тоҙло ҡатнашма эшләргә тура килә. Һыу үткәргестәргә термокабелдәр һәм техник тоҙ һатып алынған.
Йәмғиәт етәкселеге, аспирация система­һының иҫке булыуы сәбәпле, абразив туҙан­дың атмосфераға таралыуын инҡар итмәй. Уны яңыртыу маҡсатында дефектовка, проект эшләү, сауҙа ойоштороу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителәсәк, тип белде­рәләр. Ә предприятие биләмәһендә оҙаҡ йылдар йыйылып ятҡан ҡырсынташ онтаҡ­тарын осһоҙ хаҡҡа ла һатып алырға теләүсе юҡ.
Күптән түгел район хакимиәте, республиканың танылған йәмәғәтселәре һәм федераль контроль-күҙәтеү органдары, урындағы халыҡ менән осрашып, Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары советы һәм республика Башлығының экология буйынса кәңәшсеһе хәлде контролгә алды.
Осрашыуҙа Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, Башҡорт­остандың Кеше хоҡуҡтары советының яуап­лы секретары Зөлфиә Ғайсина, республика Башлығының экология буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, прокуратура, “Росприроднадзор”, “Роспотребнадзор”, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Кеше хоҡуҡтары советы хәлде контролгә алды һәм предприятие милекселәренә граждандарҙың имен тирә-яҡ мөхиткә һәм экология хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә хоҡуҡтарын боҙған эшмәкәрлекте туҡтатыу маҡсатында етештереүҙе яңыртыу зарурлығы тураһында коллектив талап әҙерләне. Предприятие етәкселегенә, экология хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып, етештереүҙе үҫтереү стратегияһын төҙөргә тәҡдим ителде.

Кәңәшмәнән һуң “Росприроднадзор” һәм “Роспотребнадзор” Саңғалыҡ диорит карьеры эшмәкәрлегенә комплекслы тикшереү уҙғарҙы. Уның барышында “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәте тарафынан экология өлкәһендә законды тупаҫ боҙоуҙар асыҡланды. Уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеп булмаясағын иҫәпкә алып, “Роспотребнадзор” һәм Учалы район-ара прокуратураһы предприятие эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатыуҙы юлланы.
Учалы район суды “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәтенең сәнәғәт майҙан­сыҡтарын 10 тәүлеккә файҙаланыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Тәбиғәткә килтерелгән зыянды бөтөрөү эше күҙәтеүсе органдар контролендә ҡала.


Хөкүмәт контролендә


Апрель урталарында республика Хөкү­мәте Премьер-министры Рәйеф Абдрахманов “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәтендә тәбиғәтте һаҡлауҙа законлылыҡты күҙәтеү буйынса видеоконференция үткәрҙе. Төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашлығындағы сарала предприятие директоры Алексей Чекмарев завод суд ҡарары нигеҙендә ваҡытлыса эшенән туҡтатылған ваҡытта ниндәй саралар күреүе тураһында бәйән итте. 10 көн эсендә аспирация системаларында ремонт башҡарылған, көн һайын ҡырсынташ етештереү процесы һыу менән һуғарыла, юлдарға даими рәүештә һыу һиптертелә. Һигеҙ аспирация системаһын яңыртыу буйынса проект-смета документтары әҙерләнгән, Мансур ауылының инициативалы төркөмө менән осрашыу ойош­торолған.
Предприятие, тендер уҙғарып, подрядсылар билдәләнгәс, яңыртыу эштәрен август айына тамамларға ниәтләнә. “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәте ҡараған “Национальная нерудная компания” холдингы вице-президенты Сергей Глебов та, экология мәсьәләләре ыңғай хәл ителәсәк һәм артабан да предприятие ауыл биләмәһенең социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашасаҡ, тип белдерҙе.
Ә 28 апрелдә “Росприроднадзор” етәксеһе Светлана Радионова менән республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Учалыға килеп, предприятиеның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
– Таҙартыу системалары етештереүҙе асҡан ваҡытта уҡ эшләй башларға тейеш ине. Был саралар предприятиела ваҡытында тормошҡа ашырылмаған. Беҙ бизнестың үҫешенә ҡаршы түгелбеҙ, әммә экологик хәлде яҡшыртыу программаларын ҡағыҙҙа түгел, ә ысын мәғәнәһендә технологияларҙы яңыртып башҡарырға кәрәк. Предприятие үҫеше өсөн йүнәлтелергә тейешле аҡса иһә штрафтар рәүешендә инвестициялар ағымынан китмәҫкә тейеш, – тине Светлана Радионова.


Әдип ҠАРАМЫШЕВ,

Мансур ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

– “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәм­ғиәте райондағы ҙур предприятиеларҙың береһе булып иҫәпләнә. Бөгөн унда 350-ләп хеҙмәткәр эшләй. Шуларҙың күбеһе – беҙҙең биләмә халҡы.


Ысынлап та, оҙаҡ йылдар мансурҙарҙы предприятиеның эшмәкәрлеге арҡаһында һауаның бысраныуы борсой. Үҙҙәренең һәм ауылдаштарының киләсәгенә битараф булмаған әүҙем кешеләрҙән торған инициативалы төркөм ҡайҙа ғына, ниндәй генә инстанцияларға мөрәжәғәт итмәне.


Милекселәр алдында ике юл ҡалды: предприятиены ябыу йәки экология талаптарын үтәү. Бөгөн предприятие етәкселеге етештереүҙе яңыртыу презентацияһын әҙерләгән. Аспирация системаларын үҙгәртеп ҡороу проекты бар. Проектты Силәбе подрядсылары тормошҡа ашырасаҡ, тип планлаштырыла. Республика Хөкүмәте лә мәсьәләне етди контролдә тота.


Боҙ урынынан ҡуҙғалды буғай. Биләмә халҡын борсоған проблеманың ыңғай хәл ителеренә өмөт бар.
Читайте нас