Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районында ике урында урман янғыны ҡотора. Шулай уҡ көндәрҙең ҡоро тороуы арҡаһында республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана.
Белорет урмандарында ут ауыҙлыҡланған. “Янған биләмәне уратып һыҙат һөрөлдө. Шулай уҡ тәбиғи кәртә – Тирлән йылғаһы һәм 2-2,5 метр киңлегендә юл ут юлын быуа. Утты һүндереү дауам итә”, – тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән 14 майға тиклем төбәк урмандарында 59 янғын осрағы теркәлгән, уларҙың 32-һе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, 26-һы икенсе категорияға ҡараған урмандарҙан күсеүе, берәүе техноген объекттан таралыуы һөҙөмтәһендә булған. Зыян күргән урман майҙаны 398,465 гектар тәшкил итә. Шул иҫәптән Тирлән урмансылығында 135 гектар майҙанда урман янған, уны һүндереүгә 28 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.
Ғөмүмән, уҙған тәүлектә 35 гектар майҙанды ялмап алған ике янғын теркәлгән:
– Тирлән урмансылығының Тирлән участка урмансылығында – 15 гектар, уны һүндереүгә 53 кеше һәм 19 берәмек техника йәлеп ителгән, әле ут тулыһынса һүндерелмәгән;
– Әүжән урмансылығының Туҡан участка урмансылығында – 20 гектар, ут һүндереүгә 11 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителгән, ут ҡамап туҡтатылған.
Әле республикала дүртенсе класлы янғын хәүефе тора, ә Белорет, Йылыйыр һәм Туймазы райондарында янғын хәүефе бишенсе класлы тип баһалана.
Ошо хәл-торошҡа бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ут менән һаҡһыҙ эш итеү өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, штраф күләме ҙур.