Хәүефһеҙлек
15 Май 2021, 15:30

Миәкәлә - ҡорбандар

Ут бер кемде лә аямай...

Бөгөн Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылында янғын сыға. Ҡотҡарыусыларға шылтыратыу көндәҙ өстән һуң килә. Ауылдың Коммунистик урамында бер ҡатлы ағас йорт яна башлай.
Беренсе булып ут менән көрәшкә Богдан ауылы советының ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етә. Артабан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортосан буйынса Баш идаралығы көстәре бара. Янғынды һүндереүгә 13 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителә.
Дүрт тулыуға утты еңеп сығалар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклектәр араһында ике кешенең кәүҙәһе табыла. Улар 1956 йылғы ҡатын һәм 1968 йылғы ир-егет. Әлеге ваҡытта тәүтикшереүселәр янғындың сәбәптәрен асыҡлай.
Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: ут менән һаҡ булырға кәрәк. Айырыуса, әлеге эҫе көндәрҙә. Карауатта тәмәке тартмағыҙ, айырыуса эскән хәлдә. Ут сығанаҡтары янында тиҙ янып китә торған әйберҙәр булмауына иғтибар итегеҙ.
Янғын була ҡалһа, шунда уҡ 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Читайте нас