Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындарҙың һаны кәмемәй. Әле уларға урман янғындары өҫтәлә. Бөгөн төндә Күмертау ҡалаһында торлаҡ йортта ут сығыу осрағы теркәлгән.
"КП-Өфө" матбуғат порталы хәбәр итеүенсә, биш ҡатлы йорттң дүртенсе ҡатындағы бер бүлмәле фатирға "ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡлай. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, уны тулыһынса ут ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала ваҡиға урынынан 30 кешене алып сыға, уларҙың бишәүһе - балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар ни тиклем тырышһа ла, 36 йәшлек ирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмай. Аҡ халатлылар килгәндә үк ул аңын юғалтҡан була.
Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, оператив-тикшереү хеҙмәткәрҙәре янғын сығыу сәбәптәрен өйрәнә. Көндәрҙең үтә ҡоро һәм эҫе тороуы ла күп осраҡта янғын сығыуға сәбәпсе була. Шуға күрә ут менән һаҡ булығыҙ, йортоғоҙҙа ла, ҡырҙа, урманда ла ут менән шаярмағыҙ.