Хәүефһеҙлек
18 Май 2021, 05:42

Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек нисек?

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә башҡа көнүҙәк темалар ҙа ҡаралды.

Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Хөкүмәт ағзалары Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда булған фажиғә ҡорбандарын иҫкә алды.


Артабан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнаның мөһим ваҡиғалары тураһында һөйләне. Ул ошо ялдарҙа Баймаҡ ҡалаһында һәм районында булған эш сәфәренә айырым туҡталды, унда күтәрелгән мөһим мәсьәләләр хаҡында ла әйтте.
Баймаҡта саҡта Радий Хәбиров файҙалы ҡаҙылмалар табыуға арнап кәңәшмә үткәргәйне. Был – район халҡы өсөн ҙур проблема.
– Теге йәки был участкала эшкәртеү башланыуы тураһында урындағы халыҡ, унда техника килеп, ҡапыл ғына эштәр башланғас, саҡ белеп ҡала, – тине ул. – Муниципалитеттар, власть органдары, контроль-күҙәтеү органдары һәм ҡаҙылма байлыҡтан файҙаланыусылар араһында хеҙмәттәшлек булдырырға кәрәк. Ҡаҙылма байлыҡты файҙаланыу – бик мөһим иҡтисади эшмәкәрлек, ул яңы эш урындары булдырырға тейеш. Тик экология талаптары үтәлмәһә, ул бик проблемалыға әйләнә. Шуға күрә беҙ ведомство-ара комиссия булдырырға ҡарар иттек. Ул ҡаҙылмаларҙы файҙаланыуҙың бар этаптарында ла лицензиялауҙы аныҡ үтәүҙе контролдә тотасаҡ, кәрәк булһа, ярҙам итәсәк.
Радий Хәбиров урында асыҡланған “ҡыҙыҡлы” осраҡтарға ла туҡталды. Мәҫәлән, Учалы районында алтын тапҡан “Альтинвест” компанияһының бенефициарҙарының береһе булып Украина сәйәсмәне тора. Был кеше – Украина Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры һәм Юғары Раданың элекке депутаты Леонад Казаченко, ул “санкциялар исемлегенә” индерелгән. Башҡортостан байлыҡтары менән сит илдәрҙә йәки офшор зоналарҙа йәшенгән кешеләр ҙә ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, “Златолит-Плюс” йәмғиәте Сейшел утрауҙарында теркәлгән, “ИремельБашресурс” компанияһы – Чехия бизнесмендарыныҡы.
Көн тәртибе, ғәҙәт буйынса, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе урап үтмәне. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.
Шуныһы ҡыуандыра – хәлдәр тотороҡло. Әллә ни артыу ҙа, кәмеү ҙә юҡ. Һуңғы тәүлектә коронавирусты 90 кеше йоҡторған, дөйөм сирлеләр һаны – 36950 кеше. Сирлеләрҙең 93,7 проценты һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 107 кеше.
Бөгөн амбулатор дауаны 1700 самаһы кеше ала, 130 кеше дауаханаларҙа ята. Алты кеше ауыр хәлдә, улар интенсив терапия бүлексәһенә күсерелгән. Республикала коронавирус менән ауырығандар өсөн 1523 урын әҙерләнгән, уның 67 проценты биләнгән.
– Республикала кешеләрҙе был сирҙән вакцинациялау дауам итә. Был йәһәттән эштәр ял һәм байрам көндәрендә лә туҡталманы. Башҡортостанға барлығы 367843 доза вакцина килтерелгән, 310 мең самаһы кеше уның беренсе компонентын һалдырған, 224 мең кеше тамамлаған, – тине министр.
Кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак доклад менән сығыш яһап, аҙна дауамындағы эпидемиологик хәлдәр менән таныштырҙы.
Уҙған аҙнала Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән дүрт кешенең сирләп китеүе теркәлгән.

Бынан тыш, әле талпандарҙың әүҙем миҙгеле. Аҙна һайын был проблема менән мөрәжәғәт иткәндәр һаны ла арта. Бөгөнгә республиканың медицина ойошмаларына 1015 кеше мөрәжәғәт иткән.
– Тикшереүҙәр даими үткәрелеп тора. Талпандарҙы тикшереп, шул асыҡланды: уларҙың 0,5 проценты вируслы энцефалит, 18,8 проценты боррелиоз менән зарарланған. Талпандарҙағы боррелийҙар кешелә Лайм сиренә килтерә, – тине Анна Казак.
Әлегә республикала вируслы энцефалит һәм Лайм сире менән ауырығандар теркәлмәгән. Башҡортостанда талпандарҙан иҫкәртеү маҡсатында – 1700 гектар, Өфөлә 800 гектар ер эшкәртелгән.
Татарстанда булған фажиғәнән һуң Башҡортостан мәктәптәрендә антитеррористик хәүефһеҙлек йәһәтенән сираттан тыш тикшереүҙәр башланды. Был турала кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.
Бөгөн республикала министрлыҡ ҡарамағында 4050 белем биреү объекты бар. Уларҙың 51-е хәүефтең беренсе категорияһына ҡарай (унда 1100-ҙән ашыу кеше), икенсе категория – 198 объект, өсөнсө категория – 1989 объект һәм дүртенсе категория – 1812 объект.
Министр белдереүенсә, республикала белем биреү объекттарын квалификациялы һаҡлау буйынса күрһәткестәр юғары түгел. Объекттарҙың 60 процентында ғына бындай һаҡ ойошторолған.
Бынан тыш, мәғариф учреждениеларын һаҡлау буйынса вәкәләттәр Росгвардияға тапшырыл­ғандан һуң, мәктәптәрҙе техник һаҡлау буйынса хаҡтар бер нисә тапҡырға артҡан. Хәҙер ул сәғәтенә 9 һум 90 тин тәшкил итә, ә элек 3 һум 92 тин булған.
– Был хеҙмәттең ҡапыл артыуы йыллыҡ сығымдарҙың байтаҡҡа күбәйеүенә килтерҙе һәм 52,5 миллион һум тәшкил итте. Бынан тыш йыл һайын республика һәм муниципалитеттар бюджеттарынан өҫтәмә рәүештә 141,6 миллион һум бүленеп тора, – тине Айбулат Хажин.
Белем биреү учреждениеларын һаҡлауҙың түбән квалификация кимәленең икенсе сәбәбе – ауыл ерендә шәхси һаҡ ойошмалары булмауы.

12 майға ҡарата белем биреү учреждениеларын инженер-техник системалар һәм һаҡ саралары менән йыһазландырыу өсөн 530,3 миллион һум аҡса кәрәк. Уларҙың 496,7 миллион һумы муниципаль белем биреү ойошмаларына, 33,6 миллион һумы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларға тура килә.
– Беҙҙә башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда мәктәптәр күп. Өс мәсьәләне хәл итергә кәрәк: мәктәптәрҙе техник йыһазландырыу, физик һаҡ һәм иң мөһиме – педагогтарҙың балалар менән эшләүе. Беҙҙең балаларҙың башында нимә бар? Уҡытыусылар балаларға, үҫмерҙәрҙең тәртибенә, үҙен тотошона иғтибарҙы арттырырға тейеш. Тормош шуны күрһәтә: Ҡазандағы кеүек фажиғәне булдырмау ҙа мөмкин ине, – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә муниципалитеттар башлыҡтарына хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм һаҡ ойошмалары менән бергә мәктәптәрҙә уҡытыу-күнекмә саралары үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушылды.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һуңғы айҙа аҙна һайын тиерлек юлдар ремонты мәсьәләһе ентекле тикшерелә башланы. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, был тема халыҡты бик борсой.
Республиканың юл хужалығы һәм транспорт министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, быйылғы миҙгелдә төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарға тамға һыҙыу өсөн республика бюджетынан 317 миллион һум аҡса бүленгән. 2022 йылда иһә 329 миллион һум аҡса тотоноу планлаштырылған.
Башҡортостанда автомобиль юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлау дауам итә. 16 майға ҡарата 55149 етешһеҙлек юҡҡа сығарылған. Был һанлаштырылған соҡорҙарҙың 60 проценты. Дөйөм алғанда, 19781 километр автомобиль юлдарының 13 мең километры тикшерелгән һәм 92293 етешһеҙлек табылған. Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡариҙел, Краснокама, Мәләүез, Нуриман һәм Стәрлебаш райондарында юлдар тулыһынса тикшерелгән.
Артта ҡалған райондар – Баймаҡ, Йылайыр, Ҡалтасы, Мәсетле, Саҡмағош һәм Шишмә райондары, уларҙа юлдарҙың ни бары 10 процентын тикшергәндәр.
Ремонт эштәре 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.

Быйыл ғинуарҙан алып 14 майға тиклем Башҡортостанда газонға машина ҡуйыу осрағы буйынса 5706 хәл теркәлгән. Был турала республиканың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле һөйләне. Уның белдереүенсә, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 77 процентҡа күберәк.
– 3676 кешегә ҡарата протокол төҙөлдө, бында 64 процентҡа үҫеш бар. 2422 автомобиль милексеһе яуаплылыҡҡа тарттырылды, былтырғы менән сағыштырғанда 73 процентҡа үҫеш, – тине ул.
Шулай итеп, ғинуар-май эсендә штрафтар күләме 2 миллион 604 мең һум тәшкил иткән. Владимир Спеле һүҙҙәренсә, иң күбе газон өҫтөнә Өфөнөң Калинин, Орджоникидзе һәм Совет райондарында йәшәгән кешеләр менергә “ярата”. Икенсе урында – Күмертау, өсөнсө урында – Стәрлетамаҡ ҡалалары. Был статья буйынса законды иң әҙе Межгорье ҡалаһында боҙалар икән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, административ комиссия һәйбәт эшләй, тик уларҙың маҡсаты штраф йыйыуҙа түгел, ә машина йөрөтөү мәҙәниәтен булдырыуҙа.
Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люция Юлыева республикала грант сәйәсәтен дәүләт көйләүе тураһында һөйләне.
– Республикала коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторы үҫә. Әгәр 2013 йылда ярҙам күләме 84,2 миллион һум булһа, 2020 йылда 456,85 миллион һум тәшкил итте. Был осор эсендә бюджеттан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү өсөн 1937,46 миллион һум аҡса йүнәлтелде, – тине ул.
Былтыр фонд өс гранттар конкурсы үткәрҙе. Улар: граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Башлыҡ гранты (бюджеты 50 миллион һум), республиканың дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башлыҡ гранты (бюджеты 50 миллион һум) һәм социаль әһәмиәтле проекттарға субсидиялар (бюджеты 40 миллион һум). Шулай итеп, йыллыҡ бюджет 140 миллион һум тәшкил иткән.
Быйыл иһә конкурстар бюджеты 30 миллион һумға арттырылды һәм ике конкурсҡа 170 миллион һум тәшкил иткән. Улар республиканың дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башлыҡ гранты (бюджеты 80 миллион һум) һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башлыҡ гранты (бюджеты 90 миллион һум + федераль финанслау ҡаралған).
Люция Юлыева белдереүенсә, 2020-2021 йылдарҙа гранттар конкурсында 54 муниципаль райондан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашты. Иң әүҙем ҡатнашыусылар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Күмертау, Нефтекама, Бөрө, Ишембай, Благовещен ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Өфө райондарынан. Бөтөнләй ғариза бирмәгән райондар ҙа бар. Улар – Ауырғазы, Балтас, Балаҡатай, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Федоровка, Саҡмағош райондары.
– Бөгөн Фонд граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башлыҡ грантына ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 15 июнгә тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр 16 авгусҡа тиклем иғлан ителәсәк, – тине ул.
Читайте нас