“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан бүлексәһе коронавирусҡа ҡаршы штабҡа ковидҡа бәйле сикләүҙәрҙе йомшартыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.
Атап әйткәндә, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләрен үткәреү тураһында һүҙ бара. Ғәмәлдәге нормаларға ярашлы, сараларға ковидҡа ҡаршы прививка яһатҡан йәки организмында антиесем булған ата-әсәләр генә индерелә.
Партия, сараны урамда үткәргәндә – социаль арауыҡ һаҡлау һәм битлек кейеү, ә кисәне бинала уҙғарғанда (кеше һаны 50-нән артмау шарты менән) йоғошло ауырыу менән сирләмәү хаҡында терапевтан белешмә ҡағыҙы алыу етә, тигән фекерҙә. Мөрәжәғәт авторҙары, республиканың күмәкә саралар ойоштороу тәжрибәһе бар, тип яҙа, шуларҙың һуңғылары – 1 һәм 9 май. Уларҙан һуң ауырығандар һанының артыуы теркәлмәне. Шуға күрә ошо практиканы бүтән сараларға ла ҡулланырға мөмкин.
Партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров та был мәғлүмәтте раҫланы.
“Беҙ ата-әсәләрҙе балаларҙың сығарылыш кисәләренә антиесем һәм вакцинация тураһындағы белешмә ҡағыҙҙарын талап итмәйенсә, әммә битлек кейеү һәм социаль арауыҡты һаҡлау кеүек санитария-эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларын үтәү шарты менән индерергә рөхсәт итеүҙе һораныҡ”, – тине ул.
Ковидка ҡаршы штабтың киләһе ултырышы 19 майҙа була.
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/1594190