Хәүефһеҙлек
18 Май 2021, 17:30

Йөҙөп сығам тип бәхәсләшеп...

Һыуға батҡан ирҙең кәүҙәһе алты метр тәрәнлектә һәм ярҙан 100 метр алыҫлыҡта табыла. Асыҡланыуынса...

Республикала һыу инеү миҙгеле асылып та өлгөрмәне, батыуҙың икенсе осрағы теркәлде.
Йәкшәмбе баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығына Өфө районының Романовка ауылынан бер ирҙең Ағиҙел йылғаһына батҡаны тураһында хәбәр килә. Асыҡланыуынса, ял итергә сыҡҡан ирҙәр араһында бәхәс ҡуба. Уларҙың береһе дуҫы менән йылғаны йөҙөп сығам тип бәхәсләшә һәм, иптәштәренең тыйыуына ҡарамаҫтан, һыуға төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабат әйләнеп килмәй.
Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан ирҙең кәүҙәһен кисә алты метр тәрәнлектә һәм ярҙан 100 метр алыҫлыҡта таба.
Көндәр эҫе булыуға ҡарамаҫтан, һыу инергә рөхсәт булмайынса, йылға-күлдәргә төшмәгеҙ. Пляждар әле тулыһынса әҙер түгел, һыу ҙа йылынмаған. Бигерәк тә рөхсәт ителмәгән урындарҙа һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас