Кисә республиканың Тәтешле районында фажиғә теркәлә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың ҡотҡарыусыларын ваҡиға урынына саҡыралар. Бында һыу төбөнә машина ҡолауы тураһында хәбәр ителә.
Ҡотҡарыусылар йылғаға батҡан машина эсендә өс кешенең кәүҙәһен таба. Унда ике ир-ат һәм бер ҡатын булған.
– Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель машинаһына идараны юғалтҡан һәм һыуға ҡолап төшкән, – тиҙәр был турала Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.