Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов юл-транспорт ваҡиғалары, уларҙың төп сәбәптәре, иҫкәртеү ысулдары һәм башҡалар тураһында һөйләне.
"ЮХХДИ хеҙмәтенең баш дәүләт автоинспекторы итеп 2005 йылда тәғәйенләндем. Шул йылда балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 700 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, - тине Динар Заһит улы. - 31 бала һәләк булды, 697-һе төрлө тән йәрәхәттәре алды. Бындай осраҡтар республиканың күпселек ҡала-райондарында күҙәтелде, айырыуса Өфөлә хәл ҡатмарлы ине. Аварияларҙың яртыһы балаларҙың ғәйебе менән килеп сыға торғайны: улар рөхсәт ителмәгән ерҙән юл аша сыға, велосипедта йөрөгәндә ҡағиҙәләрҙе инҡар итә, шулай уҡ үҫмерҙәрҙең рулгә ултырыу осраҡтары йыш булды".
Республикала аварияларға килтергән сәбәптәрҙе барлап, төп факторҙарҙы билдәләп, ентекле эш башлайҙар. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белмәү асыҡланып, мәктәптәрҙә уларҙы өйрәтеү ойошторола.
"Мәғариф министрлығы менән берлектә йәнә ошо маҡсатта төрлө саралар, конкурстар үткәрә башланыҡ. Киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ эшләү, социаль рекламаны арттырыу шул йылдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтарын кәметте тип ҡурҡмай әйтергә мөмкин, - ти баш автоинспектор. - Улар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары, шул иҫәптән үлем осраҡтары ике тапҡырға кәмене. Балаларҙың иғтибарһыҙлығы йәки ғәйебе сәбәпле сыҡҡан бәләләр аҙайҙы. Мәҫәлән, 2020 йылда уларҙың һаны 91 булған. Ә 2005 йылда 290 ине!"
ЮХХДИ идаралығының дежур часына көн һайын тиерлек балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр итәләр. Баш дәүләт автоинспекторы бындай урындарға йыш ҡына үҙе сыға.
"Ағымдағы йыл башынан республика юлдарында һигеҙ баланың ғүмере өҙөлдө. Барыһы ла - пассажир. Балалар ҡатнашлығында йыл башынан йәмғеһе 83 авария теркәлгән, шуларҙың 51-ендә кескәйҙәр пассажир булған. Был һандар нимәне дәлилләй? Әлбиттә, ғәйеп өлкәндәрҙә икәнен. Балалар ҡатнашлығындағы ҡалған 32 авария - йәйәүлене бәрҙереү. 13 осраҡта бәхетһеҙлек балалар юлды йәйәүлеләр өсөн үткәүелдән сыҡҡан ваҡытта булған", - тип әсенә Динар Заһит улы.
Беҙҙең, өлкәндәрҙең, төп бурысы – балаларҙы юл хәүефтәренән һаҡлау. Ҡағиҙәләрҙе өйрәтеү, иғтибарлылыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
"Гәзит аша водителдәргә мөрәжәғәт итәм: балалар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Юлда бәләкәй йәйәүлене күреү менән тиҙлекте кәметергә кәрәк, сөнки күпселек осраҡта уларҙың артабанғы хәрәкәтен күҙаллап өлгөрөп булмай. Йәйәүлеләр үткәүеленә, йәмәғәт транспорты туҡталышына, паркка, скверға, балалар майҙансығына яҡынлашҡан ваҡытта ла тиҙлекте кәметергә кәрәк. Ихаталарҙа йөрөгәндә лә мөмкин тиклем яйлағыҙ. Әгәр балаларҙың артабанғы хәрәкәте һеҙгә аңлашылмай икән, сигнал биреүҙән ҡурҡмағыҙ. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта, йәйәүлеләрҙең, водителдәрҙең ғүмерен, һаулығын һаҡлап ҡалып буласаҡ", - тип кәңәш бирә Динар Заһит улы.
Ҡәҙерле ата-әсәләр! Балаларығыҙға юл ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген көн һайын ҡабатлап әйтеп тороғоҙ. Юлды ҡайһы ваҡытта һәм нисек үтергә икәнен аңлатығыҙ. Юл ситендә уйнарға ярамағанлығын төшөндөрөгөҙ. Алда - оҙайлы йәйге каникулдар. Скутер, монобайк, сигвей кеүек транспорттың хәүефе тураһында йәнә бер тапҡыр ҡабатлағыҙ. Иң мөһиме – балаларға үҙегеҙҙең миҫалығыҙҙа өлгө күрһәтегеҙ.