Хәүефһеҙлек
19 Май 2021, 16:15

“Хәүефһеҙ республика” йәш быуынды хәстәрләй

Бөгөн республиканың йәш армиясылар сафы 23 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егетте берләштерә.

Өфө ҡалаһының 98-се мәктәбендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” проектына ярашлы уҡыусылар ҡатнашлығында сара үтте.
Осрашыуға партия проектының йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары, “Юнармия” төбәк бүлексәһенең штаб начальнигы Арсен Зинәтуллин, партпроекттың координаторы Антон Буфетов һәм башҡа әүҙемселәр килде. Ҡунаҡтар балаларға тормошта үҙеңде нисек табырға, төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарарға кәрәклек тураһында һөйләне.
- “Юнармия” илһөйәрлек тәрбиәләү менән генә шөғөлләнмәй. Беҙҙә КВН да, киберспорт та, ирекмәнлек тә үҫешкән. Һәр кем күңеленә яҡын шөғөл таба ала. Бөгөн республиканың йәш армиясылар сафы 23 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егетте берләштерә. Әйткәндәй, ҡыҙҙар күберәк, - тип һөйләне Арсен Зинәтуллин.
Теоретик өлөштән һуң 9-сы класс уҡыусылары ҡулдарына лазертаг өсөн автомат алды. Инструкторҙы тыңлағандан һуң һәр үҫмер сәпкә атып, автомат менән эш итеп ҡарай алды.
- Мин “Юнармия” сафында ике йыл торам, әммә быға тиклем бындай ғәмәли сараларҙа ҡатнаша алғаным юҡ ине. Ниһайәт, үҙем патрондарҙы ҡуйып, атып ҡараным, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 9-сы "А" класы уҡыусыһы Юлия Яковлева.
Әлеге ваҡытта 98-се мәктәптә 134 йәш армиясы иҫәпләнә. Был сафҡа теләге булған һәр кемде алалар.
"Беҙҙең бөгөнгө осрашыу “Хәүефһеҙ республика” проектына ярашлы ойошторолдо, был башланғыс, республика Башлығының указдары үтәлешен күҙ уңында тотоу менән бер рәттән, йәш быуын менән эшләүҙе лә үҙ эсенә ала. Тәртип боҙоуҙарҙы һуңынан төҙәтеүгә ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ. Шуға күрә мәктәптәрҙә уҡыусылар ҡатнашылығында осрашыуҙар уҙғарып, илһөйәрлек һәм сәләмәт тормош рәүеше хаҡында әңгәмәләр ойошторабыҙ", - тип билдәләне партпроекттың координаторы Антон Буфетов.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".
Читайте нас